Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Июль айында йыя торған дарыу үләндәре

Ә һеҙ уларҙың ниндәй сирҙән файҙалы икәнлеген беләһегеҙме?

Июль айында йыя торған дарыу үләндәре
Июль айында йыя торған дарыу үләндәре

Мәтрүшкә  йыя торған ваҡыт етте. Ул нервыны тынысландыра, кәйеф төшкәндә, хәл бөткәндә яҡшы сара булып тора.

Меңьяпраҡ ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәҫьир итә, йөрәк тибешен көсәйтә. Пульс йышайғанда, баш әйләнгәндә йөрәк эшен еңеләйтә. Климакс ваҡытында ярҙам итә, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, геморрой һәм вена ауырыуҙарынан файҙалы.  

Ромашканы ла июлдә йыйырға кәрәк.  Ашҡаҙан, тамаҡ ауыртҡан ваҡытта ул ярҙам итә.

Боланутты июлдә йыйырға була. Әле шулай уҡ ҡурай еләге япрағын, төптән сыҡҡан ваҡ үҫентеләрен ферменталп сәй яһай торған осор.

Көн ҡыҫҡара барған һайын үҫемлектәр файҙалы матдәне тамырға һәм орлоҡҡа туплай. Һуңғараҡ орлоҡ һәм тамырҙар осоро етә.

Июль айында йыя торған дарыу үләндәре
Июль айында йыя торған дарыу үләндәре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: