Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы кәңәштәр

Уңған хужабикәләр өсөн

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

√ Ит өсөн соус әҙерләгәндә ике генә семтем ҡәһүә лә ҡушҡанда ул бик тәмле буласаҡ.√ Һөт һалған һауытҡа бер генә семтем тоҙ һалығыҙ: был осраҡта һөтөгөҙ әсемәйәсәк һәм оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.

√ Ә был кәңәш – картуф яратыусыларға. Ике алманы турағыҙ, өҫтөнә лимон һуты һибегеҙ һәм томалап, һыйыр майында бешереп алығыҙ. Ә унан һөт менән бергә иҙгән картуфҡа ҡушығыҙ. Бөтөнләй икенсе тәм инер!√ Балыҡтың иҫкеме-түгелме икәнен белеү өсөн уны һалҡын һыулы һауытҡа һалып ҡарағыҙ. Әгәр ул төпкә төшөп ята икән, тимәк, балыҡ, яңы – ҡурҡмайынса ашарға мөмкин. Ә инде күптән тотолған икән – ул өҫкә ҡалҡасак.

√ Әгәр балыҡҡа һеркә (уксус) һөртөп бер нисә минут тотһағыҙ, уны таҙартырға еңел буласаҡ.

√ Һөттө ҡайнатыр алдынан һауыт ситенә һыйыр майы һөртһәгеҙ, һөт ҡайнап ташмаясаҡ.

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: