Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма

Ҡышҡы һалҡын, буранлы көндә тәмләп сәй эсергә ҡайнатма

Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма
Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма

Ҡурай еләге үҙ һутында

Ҡурай еләген таҙартып әҙерләгәндән һуң, эҫе һыу менән бешекләп, һыуын һарҡытырға. Һуңынан эмалле кәстрүлгә һалып, талғын утта һуты сыҡҡансы болғата-болғата йылытырға. Еләктең ҡалған өлөшөн стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә ошо йылытылған массаны һуты менән бергә ҡойорға. Банкаларҙың ҡапҡасын нығытып ябып, түңкәрмәй генә йылы туҡыма аҫтында һыуытырға. Әҙер тәмлекәсте һалҡын урында һаҡларға. Был ҡайнатма һалҡын тейгәндә файҙалы.

Ҡурай еләге менән ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

Бер нисә еләкте бергә ҡушып, ҡайнатма әҙерләгәндә уның тәме лә үҙгәрә, файҙалы матдәләре лә арта.
Ҡарағат —0,5 кг, ҡурай еләге — 0,7 кг алына.
Еләк өҫтөнә шәкәр һибеп бутап, дүрт сәғәткә ҡалдырып торорға, һуңынан утҡа ҡуйып, тиҙ генә йылытып алырға ла, уттан алып, һыуынғанын көтөргә. Һыуынғас, тағы 25 минут талғын утта ҡайнатырға.

 

Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма
Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: