ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бәшмәк йыйыр ваҡыт етте, дуҫтар!

Бөгөн эшкә килешләй ҡайынлыҡта бәшмәктәрҙең күплегенә хайран ҡалдым. Майлыһын йыйып, ҡыҙҙарҙы һыйлайым тиһәм, бысаҡ менән тураған һайын, ҡулда ла, киҫлгән ерҙә лә күгәргән эҙ ҡала.  “Мин ашап ҡарайым да, 15 минуттан “дуға бөкмәһәм”, һеҙ ауыҙ итерһегеҙ”, - тип вилкаға тотондом.

Бәшмәк йыйыр ваҡыт етте, дуҫтар!
Бәшмәк йыйыр ваҡыт етте, дуҫтар!

Кәңәштәре менән уртаҡлашыусы интернет-дуҫ бар. Ашарға яраҡлы тип яҙылған, һыуға һалып бешереп, хеҙмәттәштәремде һыйланым! Элегерәк бесән сапҡанда табып алһаҡ сыбыҡҡа сәнсеп, өҫтөнә бер аҙ ғына тоҙ һалып ҡурып ашай торғайныҡ. Әлеге көндә күптәр бар мәшәҡәтен ситкә ҡуйып, урман байлығын йыя, кемдер уны һатып аҡса эшләй, хужабикәләр уларҙы эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Ә һеҙ ниндәй бәшмәккә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй төрө үҫә?

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: