Августта көндәр ҡыҫкара, һауа температураһы ла төшә. Бигерәк тә төндә һыуыта башлай. Йәшел япраҡлы үҫентеләргә өлгөрөү өсөн яҡынса 40 тәүлек талап ителә. Бигерәк тә салат япраҡтары тиҙ өлгөрә.
Пекин кәбеҫтәһе өлгөрһөн өсөн 1,5 ай етә. Был кәбеҫтә нитраттарҙы үҙенә күпләп йыя торған булғанға, уны оҙаҡ үҫтерергә ярамай.
Августтың икенсе яртыһында иртә өлгөрә торған укроп сәсергә мөмкин. Шулай уҡ әле генә йәшел һуған ашарға ла өлгөрәһең. Быға 3-4 см ҙурлыҡтағы орлоҡ һуған яҡшы буласаҡ. Ләкин бөгөн үҫешкән оло һуған тура килмәй, сөнки бер йолҡоп алынғандан һуң улар "тыныслана". Һуған ҡыяғы яҡшы үҫһен өсөн азотлы ашламалар кәрәк. Тик артығын индерергә ярамай.
Августа сәселгән редис та яҙ айындағы кеүек үк тәмле буласаҡ. Иртә өлгөрә торған сорт 20 көндә уңыш бирә. Шпинат, иртә өлгөрә торған борсаҡ та 20-25 көн эсендә үҫеп етәсәк.
https://vk.com/shahrikazanda