Кәрәк:
- ҡыяр 2 кг
- кишер 1 кг
- һарымһаҡ 1 баш
- йәшел тәмләткестәр (петрушка, укроп) 1 услам
- шәкәр 4 аш ҡалағы
- тоҙ 2 аш ҡалағы
- корейса кишер өсөн тәмләткес (магазинда һатыла)
- уксус 9% 100 мл
- көнбағыш майы 100 мл
Эш барышы:
1. ҡыярҙы оҙонсалап турайбыҙ.
2. кишерҙе оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрәбеҙ
3. һарымһаҡты иҙәбеҙ.
4. бөтәһен бер табаҡҡа һалып боғатабыҙ.
5. 2-3 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ, бер нисә тапҡыр болғатып алырға онотмағыҙ
6. банкаларға тултырып, һыуҙа 20 минут ҡайнатып алабыҙ.
7. ҡараңғы урында һаҡлайбыҙ.
Гүзәл МАЛИКОВА фотоһы.