Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Август 2024, 06:20

Фейхоа һәм бал менән ҡалҡан биҙен даулалап була

Фейхоа менән бал ҡатнашмаһы-йод миҡдары насар булған төбәктәр өсөн, йәғни Рәсәй территорияһының күпселек өлөшө өсөн бик яҡшы состав. Ҡалҡан биҙе һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, ларингит, ангина, нервы системаһының юғары ҡуҙғыусанлығы, шулай уҡ был ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн бал менән фейхоа ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге иҫбатланған.

Йод етешмәүе кеше организмына бик кире йоғонто яһай,  тырнаҡтарҙан алып сәскә тиклем ул күренә. Йод етмәһә, балалар үҫеше артта ҡала, уларҙың интеллектуаль үҫеше насар бара. Бал менән фейхоа ингән тәҡдим ителгән состав йод етешмәүен ҡапларға ярҙам итә, сөнки ул фейхоала еңел үҙләштерелә торған формала бар. Йодтан тыш, фейхоала С, В, Р витаминдары,  пектин һәм башҡа ҡиммәтле матдәләр бар, ә  С витамины миҡдары лимондан ҡалышмай.

Ингредиенттарҙы тигеҙ пропорцияла алырға. Фейхоаны ит үткәргестә әйләндереп, бал менән бутарға, быяла банкаға һалырға, ҡапҡас менән ябырға һәм һыуытҡысҡа һалырға. Көнөнә 3 тапҡыр сәй эскәндә берәр  ҡалаҡ ашарға. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күрегеҙ – фейхоаның бал менән бик файҙалы һәм тәмле ҡатнашмаһын әҙерләгеҙ!

 
 
 
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: