ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Аяҡ-быуындарығыҙ һыҙлаймы?

Кәңәшебеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ

Һарыҡ йөнөннөң файҙаһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Элегерәк әсәй-өләсәйҙәр кейеҙ, баҡта юрғаны һуға торғайны.  Сайырлы (ланолинлы) йөндөң һыҙлаған аяҡҡа дауа икәнен иҫегеҙгә төшөрәйек.

Һарыҡ йөнөнә бер йомортҡа һытып тубыҡҡа компресс итеп бәйләргә кәңәш итәләр. Ланолин тән температураһында  иреп тәнгә үтеп инә, ауыртыуҙы баҫа, ҡан әйләнешенә яҡшы йоғонто яһай.

Тиҙҙән һарыҡ ҡырҡыу өмәләре башлана. Тубыҡ, быуындары һыҙлағандар, ошо мәлде, файҙалы йөн менән дауаланырға  онотмағыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: