Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Сентябрь 2024, 10:40

ТӘМЛЕ АДЖИКА ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

Рецебы ябай ғына: 

ТӘМЛЕ АДЖИКА ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ
ТӘМЛЕ АДЖИКА ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

3 кг помидорҙы ит тартҡыстан үткәреп, уға 1-әр стакан көнбағыш майы, шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ һалып талғын утта бер сәғәт бешерәһең. Шунан ошо массаға 8 татлы борос, 4 әсе борос, 5 баш һарымһаҡ (уларҙы ла ит тартҡыстан) ҡушып тағы ла 15 минут талғын ғына ҡайнатып сығараһың да стерилле банкаларға тултырып ябаһың.Банкаларҙы мин тәүҙә сода менән йыуам да, аш һеркәһе менән сайҡатып алам (уны яңы асылған кәңәштәр төркөмөндә өйрәткәйнеләр). Бер порциянан 7 банка 0,7 мл сыга. Тәме тәүҙә татлы, аҙаҡ әскелтем генә булып китә. Икмәккә һөртөп тә, ит, картуфҡа ҡушып та, ашҡа һалып та ашарға мөмкин. Аджика шул тиклем тәмле, беҙҙең ғаиләнең иң яратҡаны ул - кәмендә 30 банка эшләйбеҙ.
(Дилбәр Хәмитова)

https://vk.com/beauty_blog19

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: