Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Октябрь , 20:15

Әлморонды йыйып ҡал!

Ғалимдар үткәргән тикшеренеүҙәр, әлморонды уртаса ҡулланыу организмдың торошона ыңғай йоғонто яһай, тип иҫбатлай.

Әлморонды йыйып ҡал!
Әлморонды йыйып ҡал!

Әлморон емештәренең фармакологик активлығы башлыса витаминдар комплексы (B, Е, Р төркөмө витаминдары, бетакаротин) һәм, беренсе сиратта, аскорбин кислотаһы менән билдәләнә. Организмдың специфик булмаған резистентлығын стимуллаштыра, туҡымаларҙың регенерацияһын һәм гормондар синтезын көсәйтә, ҡан тамырҙарының үтеп инеүсәнлеген кәметә, углевод алмашыныуында ҡатнаша, шешеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә.

Ғалимдар үткәргән тикшеренеүҙәр, әлморонды уртаса ҡулланыу организмдың торошона ыңғай йоғонто яһай, тип иҫбатлай. Аҡыл эшмәкәрлеге 29 процентҡа арта, ә ҡан тамырҙары системаһының эше (физик көсөргәнешкә реакция яһағанда) 50 процентҡа яҡшыра. Белгестәр шулай уҡ, әлморон емештәре коллаген һәм быуындар һаулығы өсөн яуаплы һеңерсә күҙәнәктәрен етештереү өсөн яуаплы гендың эшен әүҙемләштерә, тип асыҡлай.

Емеш төнәтмәһен ҡышҡыһын иммунитетты нығытыу, авитаминоздарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ шешеүгә ҡаршы, регенерация һәм ҡан юлдарын һығылмалы итеү үҙенсәлектәренә эйә. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк юлы һәм бәүел-енес системаһы эшен стимуллаштыра. Үпкәләргә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, бәүел ҡыуыу тәьҫиренә эйә. Әлморондың спиртҡа төнәтмәһе ҡан баҫымын арттыра, ә һыуҙағыһы кәметә.

 

Әлморонды йыйып ҡал!
Әлморонды йыйып ҡал!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: