Бөтнөк һәм ромашка сәйе ярҙам итә. Бер аш ҡалағы кипкән ромашкаға бер стакан ҡайнар һыу һалып, бер нисә бөтнөк япрағы һәм лимон киҫәге өҫтәп, ярты сәғәт термоста төнәтәһең. Бал ҡушып эсәһең дә, баш ауыртыуы баҫыла.
Гөлйемеш менән һырғанаҡ та яҡшы дауа. Бер ус гөлйемеште алып иҙәһең дә өҫтөнә ҡайнар һыу һалаһың. Термоста бер сәғәт төнәтәһең. Аҙаҡ бер аш ҡалағы иҙелгән һырғанаҡ ҡушып (уның һыуытыста туңдырылғаны ла ярай), шәкәр ҡомо һалып эсәбеҙ. Шәкәр ҡомо урынына бал да ярай.
Ҡан баҫымы юғары булмаһа, кофе эсергә лә ярай.
Ҡан баҫымы түбән булғанда, үләнле йылы сәй эсегеҙ. Имбирь тамырын турап сәйгә һалығыҙ.
Бармаҡ остары менән башығыҙға массаж яһағыҙ һәм тынысланығыҙ.