Түшәк уртаҡ булмағанда,
Күҫәк күтәреләлер.
Уйҙар уртаҡлығы юҡта
Тормош түңкәреләлер.
Ҡосаҡ ҡайнар булмағанда,
Усаҡ та һүреләлер.
Һин булмаған бүтән ер ҙә
Яҡшыраҡ күренәлер.
Табын түңәрәк булмаһа,
Ҡабымдарҙың таты юҡ.
Ярым-ярты йәшәгәндә
Донъяларҙың ҡото юҡ.
Зөһрә Ҡотлогилдина.