ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Декабрь 2024, 10:36

Аяҡ һыҙлауын эркет һыуы баҫты, тип яҙалар. Һынап ҡарайыҡ.

 - Был һыҙланыу үҙәккә үтә. Ниндәй генә ысул ҡулланып ҡараманым. Ә сираттағыһы ярҙам итте,-тип шатлығы менән уртаҡлашҡан бер инәй.

Ҡорот йә эремсек һарҡындыһын малға эсереүҙән тыш, башҡа йүнәлештә лә ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, дауаланғанда, бешеренгәндә...

Бына һеҙгә шуларҙың береһе. Эремсек һыуын  эҫетеп (аяҡ бешмәҫлек хәлдә), һыҙлаған аяҡтарҙы тығып ултырырға, һуңынан  йылы нәски кейергә кәрәк. Был ысулды иң әҙе өс көн ҡабатларға. Өҙҙөрөп һыҙлаған быуындарығыҙ яҙылып китер.

Әҙерләү үтә лә ябай. Банкалағы йә башҡа  эмаль һауыттағы 1-2 литр әсегән йәки ойоған һөттө һыу һалынған киң кәстрүл эсенә ултыртып (водяная баня) талғын утта йылытырға. Бер аҙҙан эремсеге өҫкә ҡалҡа һәм һарғылт һыу айырылып сыға. Шул бик файҙалы ла инде. Уны шәкәр һалмайынса эсергә, шешкән, бешкән, янған урынды, һыҙлаған аяҡтарҙы дауаларға мөмкин. Шулай уҡ  икмәк бешергәндә, ҡоймаҡ ҡойғанда ҡушып ебәрергә мөмкин.

Фото: Г. Дауытова.

Аяҡ һыҙлауын эркет һыуы баҫты, тип яҙалар. Һынап ҡарайыҡ.
Аяҡ һыҙлауын эркет һыуы баҫты, тип яҙалар. Һынап ҡарайыҡ.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: