- Унда үпкә, асыу, үс кеүек бер ниндәй ҙә сүп-сар булмаһын тиһең...
- Яһалмалыҡты, ялғанды ҡабул итмәй башлайһың...
- Берәүҙе аптыратырға ла, көнләштерергә лә тырышмайһың...
- Сит-яттарҙыҡына ла ҡыҙыҡмайһың...
- Һан артынан ҡыумайһың...
- Һиңә ҡыуанып тормаған урындарға барырға ынтылмайһың, ябыҡ ишектәрҙе шаҡымайһың...
- Һалҡын ҡосаҡтарға һыйынмайһың, үҙең дә ҡоласыңды бөтәһенә лә йәймәйһең...
- Булмаҫтай хәлдәрҙе, килмәҫ кешеләрҙе көтмәйһең...
- Бары сафлыҡ һәм ябайлыҡты ғына баһалайһың...
Шулай ҡатмарлыҡтарһыҙ, шаштырыуҙарһыҙ, ябай ғына, еңел генә итеп йәшәге килә. Һеҙ ҙә шулаймы????
Рәхимә Мусина.