Матурлыҡ яратҡан хужабикәләр сәскә үҫтереүҙең бөтә нескәлеген белә. Улар аш-һыу бүлмәһендә ризыҡ ҡалдыҡтарын да әрәм итмәй: банан ҡабығын да, сынаяҡ төбөндә тороп ҡалған ҡәһүәне лә, йомортҡа ҡабығын да әрәм итмәй, гөл өсөн ашлама булараҡ ҡуллана. Бигерәк тә ҡыш миҙгелендә тәҙрә төбөндәге үҫентеләр тупраҡҡа өҫтәмә туҡланыу индереүҙе талап итә.
«Бүлмә гөлдәре өсөн файҙалы йомортҡа ҡабығында үҫенте өсөн бик күп файҙалы элементтар бар. Тик уның менән бөтә гөлдө лә ашларға ярамай. Мәҫәлән, йомортҡа ҡабығы әсе тупраҡты үҙ иткәндәргә зыян ғына килтерә, сөнки уның төп үҙенсәлеге - тупраҡтың әселеген кәметеү. Шуға күрә азалия, сенполия (миләүшә), пеларгония, камелия, гортензия, папоротник гөлөнә бындай төр ашлама тура килмәй.
Йомортҡа ҡабығын ҡулланыу өсөн башта яҡшылап йыуып, мейестә киптерергә кәрәк. Ашлама өсөн бары тик сей ҡабыҡ ҡулланыла, бешкәнендә файҙалы матдәләр юғала. Киптереп алғас, уны бер нисә тапҡыр ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. Вағыраҡ булған һайын, тупраҡ файҙалы матдәләрҙе тиҙерәк һеңдереп, үҫентегә яҡшыраҡ үҫергә ярҙам итәсәк. Он хәлендәге ҡабыҡты гөл төбөнә һибегеҙ.
Был ашламаны ҡыш буйына күп итеп әҙерләп ҡуйып, картуф ултыртҡанда соҡор төбенә лә һала алаһығыҙ», - ти баҡсасылар. Шулай уҡ кәбеҫтә, помидор ултыртыласаҡ түтәлгә лә индерергә мөмкин икән.
Автор фотоһы.