Бөгөн ашҡабаҡ бәлеше бешерергә булдым әле. Ошо бәлеште тәмләп ҡарағандар бик маҡтай. Һеҙгә лә рецебын ҡуяйым әле, бүлешегеҙ, бешереп ҡарағыҙ. Рецепт ябай һәм бик тиҙ эшләнә .
Ҡамыр :
Йылы һыу 250 - 300 мл
Ҡоро сөпрә 1аш ҡалағы
шәкәр 2аш ҡалағы
Үҫемлек майы 1/2стакан
тоҙ 1сәй ҡалағы,
Он
Башта сөпрә, 1ҡалаҡ шәкәр,1 ҡалаҡ ондо әҙ генә һыуға болғатып ҡабартып алам (5мин ).Аҙаҡ әҙерләгән һыу , шәкәр ,тоҙ ,майҙы ҡойоп болғатам да он иләп йомшаҡ ҡамыр баҫам. Әҙер ҡамыр 2сәғ. йылы урында ҡабара.
Был ҡамырға ниндәй эслек һалһаң да, майҙа йә мейестә бешерһәң дә була. Мин һуңғы ваҡытта бер юлы төрлө бәлеш бешереп алам. Мәҫәлән бөгөн ливерға мул ғына сей картуф, һуған турап өсмөйөш, ҡырғыстан үткәрелгән ашҡабаҡҡа бер аҙ ҡайнатып бүрттерелгән рис ҡушып бәлеш яһаным да духовкаға ҡуйҙым (30- 40минутҡа).
Тағы ла ҡалған ҡамырға кипкән еләк (алдан эҫе һыуҙа ебетелгән) бәлеше бөрөп, майҙа бешереп алдым. Төшкө сәйгә шулай тиҙ генә тәмлекәстәр әҙер булды.
Автор фотоһы.