ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Февраль , 17:23

Һеҙҙең йорттоң үҙенә хас еҫе ниндәй? Һиҙгәнегеҙ бармы?

Ысын, кеше һымаҡ, өйҙөң дә еҫе була.

Тупҡа аша үткәс үк һиҙелә ул. Берәүҙәрендә духи, кофе, аш, икенселәрендә йылы һөт һәм башҡа еҫтәр. Ә ҡайһы өйҙән сафлыҡ, таҙалыҡ бөркөлә. Бындай өйҙә нисектер тыныс, рәхәт була.

Бының серен беләһегеҙме?

Баҡһаң, боронғо гректар һәм римляндар кеүек, лавр япрағы ярҙамында насар еҫте йәки артыҡ дымды бөтөрөп була икән. Ни бары лавр япрағын яй ғына өтөп төтәтергә кәрәк!

Әйткәндәй, лаврҙы яндырып еҫтән генә түгел, ул-был сирҙән дә ҡотолоп булыуын раҫлай ғалимдар.
Лавр япрағының еҫе баш ауыртыуын баҫа, тынысландыра, йоҡоно яҡшырта, хатта хәтерҙе нығыта икән! Сөнки уның составында тын юлдарын аса торған цинеол һәм эфир майҙары бар.
Берәй һауыт эсендә бер-ике лавр япрағын төтәҫләүең була, бүлмәгә күңелде иретерҙәй, рәхәтлек бирерҙәй хуш еҫтәр тула. Бына бит мөғжизә!

(Һандығым-байлығым)

Һеҙҙең йорттоң  үҙенә хас еҫе ниндәй? Һиҙгәнегеҙ бармы?
Һеҙҙең йорттоң үҙенә хас еҫе ниндәй? Һиҙгәнегеҙ бармы?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: