

Тыуып-үҫкән ерендә ерегеп, уға тоғролоҡ һаҡлаған, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулаған ир-уҙаман, күркәм ғаилә усағын һүрелтмәй һаҡлаған ҡатын-ҡыҙ һоҡланыуға лайыҡ.
Әйләнә-тирәһендәгеләрҙең хөрмәтен һәм һөйөүен яулап, күптәргә өлгө, терәк, яҡындарына, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә кәрәк булып йәшәгән райондаштарыбыҙ Мөнирә һәм Миңлемырҙа Ғәббәсовтар Ҡаран ауылында ғүмер кисерә.
Бынан илле ике йыл элек төрлө ауылдан, төрлө ғаиләнән баш алған ике һуҡмаҡты оло бер тормош юлына әйләндереп, ике яҙмышты бер бөтөн итеп йәшәп киткән парҙың ғаиләһе бөтөн, бәхете бөгөн дә түңәрәк.
Ғәббәсовтар өсөн 1 Май календарҙәге ҡыҙыл дата, байрам ғына түгел, уларҙы таныштырған, ҡауыштырған көн дә икән әле. Етмәһә, Миңлемырҙа Вәли улының тыуған көнө лә.
Ул 1951 йылдың 1 майында күрше Көйөргәҙе районының Йомағужа ауылында донъяға килгән. Һуңынан ғаиләһе Ташлыкүл ауылына күскән. Шул ваҡыттан алып Миңлемырҙа ағайҙың тормошо беҙҙең район менән бәйле. Ғүмеренең байтаҡ өлөшө Мәжит Ғафури исемендәге колхозда эшләп үткән: унда механик, бригадир була, һуңынан идарасы итеп тәғәйенләнә. Илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, Ғәббәсовтар фермерлыҡ эшенә тотона.
- Өйҙән таң менән сығып китеп, кискә генә ҡайтып инелә торғайны. Уйлап ҡараһаң, бар ғүмер хеҙмәттә үткән. Хатта балаларҙың үҫкәнен дә күрмәй ҡалғанбыҙ, - тип хәтерләй ғаилә башлығы уҙған йылдарын.
Ул төп эшенән тыш йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан. Ун йылдан ашыу район суды заседателе була, һайлау комиссияһын етәкләй, район советы һәм ауыл хакимиәте депутаты итеп һайлана.
Ҙур, матур йорт, күркәм донъя, үҙҙәре кеүек булдыҡлы, егәрле өс бала тәрбиәләнгән татыу ғаилә - быларҙың барыһына ла яҡташтарыбыҙҙың үҙ тырышлығы һалынған.
- Мин Исламғол ауылында биш балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгәнмен. Атайым Рамаҙан Әхмәтйән улы Бөйөк Ватан һуғышы яугире ине.
Миңлемырҙаға тормошҡа сыҡҡас, ҡәйнәм Рауза Әхмәтғариф ҡыҙы һәм уның әсәһе Ваһибә Ғәбдрәшит ҡыҙы менән бергә йәшәнек. Бейемем бынан өс йыл элек, 95 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уның менән - 48, иремдең өләсәһе менән 13 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер иттек.
Бейем беҙгә, беҙ уға терәк булдыҡ. Ер эшенә, мал-тыуарға, ауыл тормошо мәшәҡәтенә бәйле булһаҡ та, ваҡыт табып, балалар менән илдең төрлө матур урындарына ял итергә лә йөрөнөк. Шул ваҡыттарҙа донъябыҙға тап ул күҙ-ҡолаҡ булды, - тип әңгәмәгә Мөнирә апай ҙа ҡушылды.
Ул үҙе башта һатыусы, «Сельхозтехника»ла бухгалтер, Мәжит Ғафури исемендәге колхозда склад мөдире булып эшләгән.
Бөгөн Ғәббәсовтар улдары Рәсүл, ҡыҙҙары Айгөл һәм Рәсимә, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары йәнәшәһендә матур ғүмер кисерә. Балаларының өсөһө лә ғаиләләре менән Тамъян ауылында төпләнгән. Ата-әсә өсөн уларҙың үҙ бәхетен тыуған ерендә табыуы ҙур ҡыуаныс.
- Ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итеү өсөн бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, ике-ара туғандарҙы үҙ яҡыныңдай ҡабул итеү кәрәк. Беҙ был йәһәттән уңдыҡ. Матур йәшәнек һәм йәшәйбеҙ. Аллаһҡа шөкөр, тормошҡа бер үпкәбеҙ ҙә, үкенесебеҙ ҙә юҡ. Балаларыбыҙға беҙҙе итәғәтле, тәүфиҡлы кешеләргә ҡоҙа-ҡоҙағый иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ, - ти икеһе бер тауыштан был бәхетле пар.
Ошо көндәрҙә яҡын кешеләр күркәм йортҡа ғаилә башлығының матур юбилейына йыйылыр. Унда күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр әйтелер, ихлас теләктәр яңғырар, моғайын.
Бөгөн балалар, ейән-ейәнсәрҙәр уңышына һөйөнөп йәшәгән, бер-береһенә булған йылы хистәрен олоғайған көндәренә тиклем юғалтмаған Мөнирә апай һәм Миңлемырҙа ағайға алдағы көндәрендә лә яҡындарының изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар парлы ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Автор фотоһы.