

Рух һүнмәһә, ил йәшәр
Батырҙар юлы эҙенән
Первомай ауылы биләмәһендә ырыу берлеге, ата-балалар рухына хөрмәт, тарихи хәтерҙе тергеҙеү маҡсатында беренсе тапҡыр “Батырҙар юлы” исемле байрам үткәрелде.
Район халҡы тарихи хәтерҙе быуындан-быуынға еткеререү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын эшләй. Ошо ерҙә ҡасандыр ата-бабалар ырыуҙар булып йәшәгән, үҙ ерен һаҡлап азатлыҡ өсөн көрәшкән. 1812 йылда яуға китер алдынан Көнгәк тауына менеп теләктәр теләгән, фатиха алған. Дошмандың килеүен алдан күрер, халыҡты иҫкәртер өсөн бейек тау баштарында ҡарағас ағасынан маяҡтар төҙөгән, шунда менеп ҡарауылсылар халыҡты иҫкәртер, батырҙар яуға әҙер торор булған. Күп батырҙарҙың эҙҙәрен һаҡлай тау-ҡырҙарыбыҙ. Топонимик исем-атамаларҙа хатта легендаларҙа сағыла. Ҡыҙрай мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлдәр Ғилманова “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ла Бәлә тауы (урыҫса Саған тауы тип йөрөтөлә) телгә алынғанына иғтибар иткән. “Диҡҡәт Бураҡаевтың китабында ла Бәлә тауы тураһында мәғлүмәт килтерелә. Беҙҙең атай-әсәй Бурлыҡ мәмерйәһенә, Уҡсылар ҡаяһына барыуҙы электән йолаға әйләндергәйне. Бер мәлгә ул онотолоп торҙо”, - ти байрамға килгән Аптраҡ ауылынан Рәйсә Зәйнәғәбдинова менән Боһорман ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Флүрә Бикташева.
Яҡташтар байрамға ихлас әҙерләнгән. Ауыл биләмәһе етәкселеге, ауылдаштар Әнүр, Мәнүр Аллаяровтар, Игорь Романов һәм башҡа ир-егеттәр туғайлыҡта йөрөүе уңайлы булһын өсөн бесәнен сабып йыйған. “Ынйылар” фольклор ансамбле башҡорт халҡының тормош-көнкүрештә ҡулланылған кейем, кәсеп, ҡул эштәре нән торған күргәҙмәлә ҡунаҡтар фотоға төштө, райондың мәҙәни-ял үҙәге артистарының концерт номерҙарын алҡышланы. Һөҙәк кенә тауҙың итәгендә Гүзәл Ишдәүләтова, Лилиә Хәбибуллина, Әлфиә Кәлимуллина, Наилә Ҡотлоғужина ихласлап мейестә (ҡайһы арала төҙөп ҡуйғандар тиһең!) аш бешерҙе. Тирә-яҡ ауылдарҙан, ҡалаларҙан килгән халыҡ үҙ-ара күрешеп, хәл-әхүәл белешкән арала ойоштороусылар тәбиғәтте һаҡлау саралары тураһында иҫкәртеп, байрам үткәреүҙең маҡсаты тураһында еткерҙе. Первомай ауыл биләмәһе Олег Субботин һәм тыуған яғына булған һөйөүе менән яҡташтарын илһамландырған Первомай ауылы биләмәһе депутаты Райман Хәмиҙуллин халыҡты сәләмләп, ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән яҡташтарға, райондың мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, һәммәһенә тәбиғәттән яҡшы энергия алып матур итеп ял итеп ҡайтыуҙарын теләне.
“Ошо тау итәгендә ҡасандыр батырҙар ял иткән, киләһе яуға әҙерләнгән. Мәмерйәлә уҡҡа оҡшаған ҡорал, тир-яҡтағы ауылдарҙа тормош-көнкүреш ҡорамалдары, биҙәнеү әйберҙәре табылған. Әйҙәгеҙ, бөгөн батыр эҙе буйлап бергәләшеп үтәйек”, – тине алып барыусылар.
Ошо төбәкте яҡын итеп килгән апай-ағайҙар, йәштәр менән алдан сабып әҙерләнгән һуҡмаҡ юлынан тауға күтәреләбеҙ. Бурлыҡ мәмерйәһенең ауыҙы артыҡ киң түгел. Һөйләүҙәренсә, өс метр тирәһе ер аҫтында бүлмә барлығы, ҡасандыр ер өҫтөндә бураһы ла булған, тиҙәр. “Бындағы һәр ағас, һәр боролош миңә таныш. Әсәйем менән ошонда ҡурай еләге йыйырға килә торғайныҡ. Саҡ ҡына өҫтәрәк Туҡмаҡ башы тип йөрөтөлгән шишмә аға. Һыуы шифалы, тамаҡ сиренән дауалай, тип һөйләй торғайнылар. Бәлә тауына менһәң, Федоровка районы һәм башҡа тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Тау һырты буйлап Аптраҡ ауылына төшөр юл да бар”, - ти Рәфҡәт Хәмиҙуллин.
Байрамға килгәндәр Уҡсылар ҡаяһында йәйәнән атып үҙ көсөн һынаны, күптәр тауҙың бейек нөктәһенә артылды. Артабан туғайлыҡта көрәш, уҡтан атыу һәм башҡа милли спорт ярыштарына ҡатнашты.
Ауыл халҡы ихлас әҙерләнгән байрамға. Бельский, Ужа, Һамар-Ивановка, Ҡыҙрай ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рауза Баязитова, Зинаида Максимкина, Александра Романова, Гөлдәр Ғилманова ит менән тәьмин иткән, спонсорҙар ҙа матди ярҙам күрһәткән. Таңдан килеп аш-һыу әҙерләгән ризыҡтан ауыҙ итеп, самауыр сәйе менән һыйланды ҡунаҡтар.
Батырҙар юлы – ул күңел асыу сараһы ғына түгел. Был байрам тамырҙарыбыҙға тоғро булырға, тарихыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтә.
"Иҙүекәй менән Мораҙым" эпосынан өҙөк
Илем яуҙа бирмәм тип,
Етем-еҫерҙең берен
Үҙемә үгәй күрмәм тип.
Шулай тиеп әйткән дә,
Атын эйәрләшкән дә,
Арҡаһынан яратып,
Һау ьул, тиеп хушлашып,
Үҙе тороп ҡалған, ти.
Иҙеүкәй атына менгәс,
Ҡарттың янынан киткәс,
Урал батыр ултыртҡан
Таш маяғына менгәс,
Урал батыр ҡәбере
Ҡапыл иҫенә төшкәс,
Шунда туҡтап Иҙеүкәй
Һайыҫҡанды саҡырған.
Күҙ асып йомғансы,
Иҙеүкәй һүҙе бөткәнсе,
Теге һайыҫҡан бында
Осоп килеп тә еткән.
Иҙеүкәҙең ни өсөн
Саҡырғанын да белгән.
Һайыҫҡан уйлап тормаған,
Иҙеүкәйгә юл башлап,
Иҙел ағышын түбәнләп,
Бәлә тауға ҡаратып,
Осоп алдан киткән ти.