

Тарих төпкөлөнән урғылып сыҡҡан йылдар ағышында һәр бер ауыл халҡы үҙенең данлы үткәне, шәхестәре менән ғорурлана. “Яулыҡ байрамы” тип аталған байрамға ла алыҫ араларҙы яҡын итеп, төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар ҡайтты, күрше ауылдан ҡунаҡтар, йәштәр һәм балалар килде. Ауыл урамында күңелле йыр-моң ағылды, һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу балҡыны. “150 йыллыҡ юбилей – үткәндәргә йомғаҡ яһау, бөгөнгөһө менән ғорурланыу һәм киләсәккә яҡты маҡсаттар билдәләү ваҡыты. Ауылдың гөрләп йәшәүенә беҙҙең әүҙем яҡташтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ”, - тине Әбет ауыл биләмәһе башлығы Венир Исламғолов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, һәммәһенә яҡшы кәйеф теләне һәм бер төркөм әүҙем ауылдаштарға Рәхмәт хаты тапшырҙы.(Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ)