

"Ҡан баҫымын күҙәтеү һәм гипертония ауырыуы булғанда препараттар ҡулланыу мөһим. Гипертония мейе матдәһен туҡландырыусы бәләкәй ҡан тамырҙарына йоғонто яһай, ә хәтерләү һәм ҡабатлау өсөн яуаплы урындар яҡшы ҡан менән тәьмин ителеүгә мохтаж. Шулай уҡ холестерин, шәкәр, ҡан гомоцистеинын контролдә тоторға кәрәк», — тип тәҡдим итте врач.
Наталья Жарова билдәләүенсә, туҡланыу деменцияны иҫкәртеүҙә лә мөһим. Уның һүҙҙәренсә, ул баланслы булырға, йәшелсә, емеш-еләк, хайуан аҡһымы, майҙар һәм углеводтарҙан торорға тейеш. "Шулай уҡ мотлаҡ йоҡларға кәрәк, сөнки төндә мейе көндөҙгө эшмәкәрлек продукттарынан таҙартыла», — тип өҫтәне невролог. Белгес шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына һәм кәйефкә ыңғай йоғонто яһаусы уртаса аэроб физик көсөргәнеш өҫтәүҙе тәҡдим итә. Бынан тыш, когнитив резерв мөһим хәтер ни тиклем күберәк күнеккән булһа, кеше үҙ тормошонда шул тиклем күберәк когнитив мәсьәләләрҙе хәл итә, тимәк, деменция һуңыраҡ башлана, тип һығымта яһай ул.