Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентября , 10:15

Был сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә

«Милләттәр кросы-2026» — ул профессиональ спорт һөҙөмтәләрен күрһәтеү түгел, ә милләтенә, диненә һәм йәшенә ҡарамайынса, бөтә халыҡты берләштерә алыр ихлас күңелле спорт ваҡиғаһы, Рәсәйҙә йыл һайын үткәрелгән иң ҙур күмәк йүгереү сараларының береһе. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән, «Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы» сиктәрендә ойошторолған кросс Мәләүез ҡалаһында «Дан»мәҙәниәт һәм ял паркында үтте.

Был сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итәБыл сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә
Был сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Спорт министрлығының физкультура эше, спорт туризмы һәм адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Валентина Спирюгова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Роман Перелыгин ҡатнашты. Йыйылыусылар алдында мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков һәм махсус хәрби операция ветераны, БПЛА операторы Тимур Баскаков сығыш яһаны.

Һуңынан күмәкләп физик зарядка үткәрелде. Уны еңел атлетика чемпион,  тренер-уҡытыусы Луиза Хөсәйенова үткәрҙе. Ете йәшкә тиклемге балалар 500 метрлыҡ дистанцияны, ҡалғандары 1000 метрлыҡ дистанцияны йүгерҙе. Спорт дәртен оло йәштәгеләр ҙә күрһәтте.

Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар, грамоталар, иҫтәлекле сувенирҙар, бүләктәр һәм татлы бүләктәр тапшырылды.

Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы» йүгереү көнө тәүге тапҡыр 2004 йылда старт ала, тиҙ арала популярлыҡ яулай. Бөтә ил буйынса төрлө йәштәге кешеләр  үҙ өлгөһөндә сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөктәрен күрһәтеп, спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә. Быйыл рәсәйҙәр кроста 23-сө тапҡыр ҡатнашты.

Бөгөнгө еңел атлетика кросында Мәләүез ҡалаһында 500-ҙән ашыу йүгереү һөйөүсе ҡатнашты, ә көйәрмәндәрҙе һәм ойоштороусыларҙы иҫәпкә алғанда, гто спорт майҙансығына 1000-дән ашыу кеше йыйылды. Ҡояшлы йылы һауа торошо ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе.

Был сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә
Был сара спортҡа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас