ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

МӘЛӘҮЕЗДӘР БАЙРАМ ИТТЕ - ГӨРЛӘП ҮТТЕ ҺАБАНТУЙ!

Бөгөн район-ҡала халҡы һәм Мәләүез еренә килгән ҡунаҡтар көтөп алған милли байрамдарҙың береһе - һабантуйға йыйылды.

МӘЛӘҮЕЗДӘР БАЙРАМ ИТТЕ  - ГӨРЛӘП ҮТТЕ ҺАБАНТУЙ!
МӘЛӘҮЕЗДӘР БАЙРАМ ИТТЕ - ГӨРЛӘП ҮТТЕ ҺАБАНТУЙ!

Бөгөн район-ҡала халҡы һәм Мәләүез еренә килгән ҡунаҡтар көтөп алған милли байрамдарҙың береһе - һабантуйға йыйылды. Тырыш хеҙмәтсәндәргә дан йырлаған, төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән, яҡындарҙы осраштырған, яҡшы кәйеф, йыр-моң, уйын-көлкө бүләк иткән иң күләмле байрам гөрләп үтте.

Борон-борондан һабантуйҙа иң көслө ир - егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, баҡанға үрмәләгән. Башҡа бик күп төрлө халыҡ уйындарында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашҡан.

Бөгөнгө байрамда ла үҙен етеҙлектә, таҫыллыҡта һынаусылар күп булды. Халыҡ уйындары һәм спорт ярыштары уҙған майҙанда «Әйҙә, әйҙә!», «Тиҙерәк!», «Етеҙерәк!» тигән тауыштар яңғырап торҙо. Уларҙа балалар ҙа, ололар ҙа бик әүҙем ҡатнашты.

Милли көрәш, һәр ваҡыттағыса, иң тамашалы уйындарҙың береһе ине. Майҙанға бил ныҡлығын һынап ҡарарға береһенән-береһе көслө көрәшселәр йыйылғайны.

Беләк көсөн һынарға теләгәндәр ҡул көрәше (армреслинг) ойошторолған урынға ашыҡты. Ундағы егеттәрҙең ныҡышлығын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Гер күтәргән ир-егеттәрҙе лә еңеүгә дәртләндереп тороусылар байтаҡ булды.

Тоҡ менән һуғышыу, күҙҙәрҙе бәйләп көршәк ватыу, вертикаль ҡолғаға, ауыш бағанаға менеү, көйәнтә һәм биҙрәләр менән йүгереү кеүек уйындарҙа үҙ бәхетен өлкәндәр ҙә, төрлө йәштәге балалар ҙа һынаны.

Һыуға төшөп балыҡ тотоу буйынса ойошторолған уйын да бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Шыма, бейек баҡанға үрмәләп менеп бүләк алыу өсөн көс кенә түгел, ныҡышмалылыҡ та, сәм дә, етеҙлек тә талап ителә. Иң осҡа эленгән ҡумта эсендәге әтәсте ун алты йәшлек Ильяс Йомағолов менеп алды. Афарин, Ильяс!  

Л.Хәйруллина фотолары. 

Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең киләһе һанында донъя күрәсәк. "Көнгәк"кә яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: