Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
10 Февраля , 02:00

Ураҙаға әҙерләнәбеҙ

Рамаҙан айында ураҙа тотоу – ризыҡтан-эсеүҙән тыйылыу ғына түгел, ә Аллаһу Тәғәләгә тәрән рухи ғибәҙәт ҡылыу, Уның әмерҙәрен үтәү һәм йәнде донъяуи ләззәттән юғарыраҡ күтәреү ул.Рамаҙан рухи үҫештең башы булып, оҙайлы һөҙөмтәләр килтерһен өсөн ос­раҡ­лылыҡҡа таянып түгел, ә алдан планлаштырыу һәм ураҙаға аңлы рәүештә яҡынла­шыу мөһим.

Ураҙаға әҙерләнәбеҙУраҙаға әҙерләнәбеҙ
Ураҙаға әҙерләнәбеҙ

Изге айға 6 аҙым
1-се аҙым - Рамаҙан тураһында белемде ки­ңәйтеү. Изге айҙың ҡағиҙәһен һәм ғө­­рөф-­ғәҙәтен, уның мәғәнәһен, сауабын өй­­­­рә­негеҙ, был изге айҙы тулыһынса кисе­рер­­гә һәм изгелектәрегеҙҙе арттырырға мөм­­­кинлек бирә.
2-се аҙым - Рамаҙан айына план төҙөү: маҡ­­саттар билдәләгеҙ, Ҡөрьән уҡыуҙы, до­­­ға­лар ҡылыуҙы һәм ҡунаҡ саҡырыуҙы план­­­лаштырығыҙ.
3-сө аҙым - Рухи яҡтан әҙерләнеү. Изге ай ритмына тигеҙ инеү һәм ислам йолалары менән бәйләнешегеҙҙе нығытыу өсөн Ра­ма­ҙан айынан алда уҡ ураҙа тотоуҙы, хә­йер биреүҙе, намаҙ һәм Ҡөрьән уҡыуҙы баш­лағыҙ.
4-се аҙым – Әхлаҡи яҡтан әҙерләнеү. Ура­ҙа ул рух тәрбиәләү: сабырлыҡҡа өйрәнеп, тел­­мәрҙе контролдә тотоп, ғәйбәттән һәм буш һөйләшеүҙән тыйылығыҙ.
5-сы аҙым – Насар ғәҙәттәр менән хушлашыу. Хәҙер үк насар ғәҙәттәрҙән баш тар­тығыҙ: ваҡытында йоҡларға ятығыҙ, со­циаль селтәрҙәрҙе ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Ниәт сафлығы, ихлас доға ҡылыу һеҙгә Ра­ма­ҙан­ға әҙерлек ауырлыҡтарын еңергә яр­ҙам итер.
6-се аҙым - Рамаҙан айында тормошо­ғоҙ­ҙо ғибәҙәт буйынса планлаштырығыҙ. Мә­ҫәлән, намаҙ уҡыған урынға телефоны­ғыҙ­ҙы үҙегеҙ менән алмағыҙ, ә Аллаһу Тәғәлә алдында торғанда донъяуилыҡты онотоғоҙ.

Һорау-яуап

Көндөҙ ураҙаны нимә боҙа ала? Шуны белеү мөһим: ураҙа аңлы рәүештә ашау, эсеү, яҡын мөнәсәбәткә инеү осоронда боҙола. Яңы башлаусыға интернетта таралған күп сикләүҙең нигеҙһеҙ икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк.
Онотоу ураҙа боҙмай. Мөхәммәт пәйғәм­бәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйт­кән: «Кем онотолоп ураҙаны боҙһа, уға уны ҡа­за ҡылырға кәрәкмәй, уның өсөн кә­­­фа­­рәт юҡ». Тимәк, осраҡлы рәүештә, оното­лоп, ураҙа боҙоу өсөн ҡаза ҡылыу талап ител­мәй. Ураҙа иҫкә төшөү менән кеше ты­­­йылған ғәмәлде туҡтатып, ураҙа тотоуҙы да­­­уам итергә бурыслы.
Төкөрөк ураҙаны боҙамы? Һис шикһеҙ, юҡ. Төкөрөк йотоу рөхсәт ителә.
Ризыҡты бешергәндә тәмләп ҡарарға яраймы? Ризыҡты йотмайынса тәмләп ҡарау ураҙаны боҙмай.
Кеше намаҙ уҡымаһа, ураҙа тотоу ҡабул буламы? Ураҙа — айырым ғибәҙәт, намаҙ­ҙан бойондороҡһоҙ, шуға күрә ҡабул ителә. На­маҙ фарызын инҡар итеү иманды шик аҫ­тына ҡуя, әммә әгәр кеше намаҙ фары­зын ҡабул итһә һәм тәүҙә ураҙа ғы­на тоторға ҡарар иткән икән, тимәк, ул ти­ҙе­­­рәк намаҙ уҡый башларға тейеш. Бөтә ди­­­ни бурыстарҙы, шул иҫәптән намаҙҙы, ура­­­ҙаны, зәкәтте, хажды үтәргә тырышыу, улар­­­ҙың ислам ғәмәлдәренә яйлап тәрәнәйтеү мө­һим.
Көнө буйы ураҙа тота алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Әгәр ҙә ураҙаны боҙорға мәжбүр булһа­ғыҙ, ашау һәм йоҡлау графигын һаҡ­лар­ға тырышығыҙ. Ифтарға тиклем һыу ғы­на эсегеҙ. Ураҙа айы һәм ғәйет тамамланғас та ҡал­дырылған көндәрҙе тулыланды­ры­ғыҙ.

Шамил ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ
сайтынан алынды.

 

Ураҙаға бәйле материалдар түбәндәге һылтанмаларҙа бирелгән:

1. https://kungak.ru/news/iman/2026-02-03/ura-a-a-erl-n-be-4561672

2. https://kungak.ru/news/iman/2026-02-05/ura-a-a-erl-n-be-4565083

3. https://kungak.ru/news/iman/2026-02-06/ura-a-a-erl-n-be-4566736

4. УРАҘАҒА НИӘТ ҺӘМ ИФТАР ДОҒАҺЫ - https://kungak.ru/news/iman/2026-02-12/ura-a-a-ni-t-m-iftar-do-a-y-4575972 

5. АУЫҘ АСҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА - https://kungak.ru/news/iman/2026-02-12/auy-as-anda-u-yla-tor-an-do-a-4575979

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас